Статистика |
---|
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
|
История школы 1930 йылда колхоз
төҙөр өсөн Брәтәккә
Ҡурғашлы һәм Ташлы ауылдары халҡы күсерелә, 29 йортло ауылға әйләнә. Ошо
уҡ йылда (1930 й. ) район мәғариф бүлеге тарафынан балаларҙы уҡытырға
уҡытыусы ебәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның фамилияһы билдәһеҙ, исеме
Исмәғил була. Үҙе менән әсәһе Өммөгөлсөмдө, туғандары Рауза, Фатима һәм
Фәнирәләрҙе алып килә. Мәктәп итеп өс бүлмәле өс мөйөшлө йорт
файҙаланыла. Ул Пешетков Осиптың йорто була. Ауылдың иң тәүге
уҡытыусылары:Ситдикова Зәкиә, Рахманғолова Бибигәйшә,Ситдиҡов Хәлфетдин,
Мәһәҙиева Камила, Ситдиҡов Әхмәтзата, Федоров Иван, Елесеев Василий.
Яңы һәйеттән Сәфиуллин Мансур Мәхмүт улы. Ошо мәктәптә Исмәғил( Ишембай
районы егете ) 1934 йылға тиклем уҡыта .1934 йылда Сәғитов Хаммат
уҡытырға килә .Ул 1937 йыл репрессияға эләгә .1937-1938 йылдарҙа
Әмирханов Йомағужа ,1938-1939 уҡыу йылында Вилданова Хәмдиниса
,1939-1941 йылдың октябрына тиклем Һатыбалов Шәрифулла уҡыта .Үҙ теләге
менән һуғышҡа китә һәм 1943 йылда Ленинград фронтында ятып ҡала .Уның
урынына ҡыҙы Һатыбалова Шәмсениса уҡытып йөрөй .1941-1942 йылдарҙа Галин
Хәжиәхмәт Хажмөхәмәт улы (һуғышта һәләк була ) , 1942-1944 йылдарҙа
Рахманов Шәйхрахман Ҡотлорахман улы ,1944-1945 йылдарҙа Әхмәҙуллина
Рәбиға Зариф ҡыҙы уҡыта .1946-1947 йылдарҙа Ситдиҡова Сәлимә
Ғибәҙи ҡыҙы уҡыта . 1947 йылда йәтим ҡалған балалар өсөн балалар йорто
асыла . Йәшәтеү өсөн бина булмау сәбәпле , килгән баларҙы Ғәлләметдинова
Гөлбәғиҙәнең йортона урынлаштыралар , үҙе ошонда нянька булып эшкә
урынлаша . Йәғәфәрова Ғәйнисафаның йорто аш бешереү өсөн файҙаланыла.
1947 йыл балалар йорто директоры булып Йомағолов Фәсхетдин килә. Шул уҡ
йылда биш йыллыҡ мәктәп асыла. Директоры итеп Абдуллин Мансур (Маҡар
кешеһе) ебәрелә. Унан һуң Йәғәфәров Ғибәйт, Манапов Хәләф унан һуң
килә. Тәрбиәләнеүселәр Бөрйәндән:Мәжитов Муса, Ишкинин Сәйфетдин, Сибаев
Наил, Сибаева Роза, Ҡыпсаҡтан:Урамшин Батыр, Янһары: Сәфиуллин
Абдулхай, Бәҙәмшин Йәнгәле, Тимерҙән: Алтыншин Рәхимйән, Әхәт, Аҫҡарҙан:
Зәйнәғәбдинов Айытбай, Ғималетдинов Шөғәйеп, Әхмәҙуллина Сәлимә,Фатима,
Исламбайҙан: Ибрагимов Әскәт, Кульчиков Нурулла, Ильясов Баязит,
Аккучиков Сәйфетдин, Каримова Маһиямал, Аралбайҙан: Аралбаев Ишморат, Ғәлиәкбәрҙән: Йәнғәлина Раҡыя һәм Рәшиҙә, Әтектән: Сәлихова Сәрүәр була.
1949 йыл балалар йорто бинаһы әҙер булып, ул тулыһынса хеҙмәт кадрҙары
менән тулыландыра. Бына уның тәүге тәрбиәселәре: Әмирова Сәлимә-
тәрбиәсе, Ишкинина Зәкирә - тәрбиәсе, Харрасова Бикә - тәрбиәсе, Зифа,
фәриҙә тигән Ҡолғона ауылы ҡыҙҙары, Сафин Абдулхан Ямал улы. 1948 –се
йылда хеҙмәт буйынса инструктор, - бөтәһе 8 тәрбиәсе килә. Мария
Горичева повар була. 1948-се йылда Абдуллин Ғайфулла Шәрип улы –
уҡытыусы, Абдуллина Маһира – тәрбиәсе булып килә. Икмәк бешереүсе Сәрүәр
инәй, ат ҡараусы Фәттәхов Шәйхислам, Ибраһимов Әмир баштан уҡ
бухгалтеры була ,Ибраһимова Рабиға - тәрбиәсе була. Ауылдан
тәрбиәләнеүселәр : Ғәлләметдинов Әғзәм, Ғәлләметдинова Мөнирә,
Йәрмөхәмәтова Заһира, Ғәлләметдинов Батыр була. Аҙыҡты Тарынан үгеҙ
менән ташыйҙар, аҙаҡтан атҡа күстеләр . Тәүҙә 70- ләп бала булһа, 1948-
се йылдан һуң 100- ҙән ашып китә. Мәктәп 7 йыллыҡ булып иҫәпләнә.
Беренсе сығарылыш: 1950- се йылда була. Тәүге сығарылыш: Ғәлләметдинова
Нәғимә, Атауллина Сара, Шәкирова Мөниә, Мәжитов Муса, Ғәфуров Фәүзи,
Ильясов Баязит, Миндиғолова Сәүҙә - 7 уҡыусы. Балалар йорто ябылғанға
тиклем Сәғитов Әхәт менән Манапов Хәләф бер- береһен алыштырып мәктәп
менән берлектә етәкселек итәләр. 1958- се йылдың декабры аҙағында ут
сығып мәктәп яна, янғында фәжиғәле рәүештә 3 бала һәләк була. Был
ваҡытта мәктәп директоры Ҡаранаев була. Ауылда тик башланғыс кластар
ғына ҡала.Шәрипова Нурия менән Абдуллин Ғәйфулла уҡыта. 1964-се йылда
колхоз үҙ иҫәбенә мәктәп төҙөй башлай. 1965-се йылда Аҫҡар мәктәбенең
филиалы рәүешендә эшләй башлай. Етәксеһе Абдуллин Ғәйфулла була. 1966-сы
йылда мәктәпкә директор булып юғары белемле уҡытыусы Уразаев Сәғит
Сәитғәле улы килә. 1968- се йылда тәүге сығарылыш – 10 уҡыусы бөтә. 1990
уҡыу йылында ауылда урта мәктәп булдырыла . Уның директоры 1987 – се
йылдан Ғәбитова Илүзә Мөхәмәҙи ҡыҙы була. 1992 – се йылда 4 уҡыусы урта
мәктәптең сығарылышы: Ниғмәтуллин Д, Фәхрийәнов И, Мәһәҙиева С, Ғималетдинов Д.
2009 -сы йылда районда барған оптимизация һөҙөмтәһендә мәктәп
9 йылыҡҡа әйләндерелә. 2010 йылда мәктәп Аҫҡар урта мәктәбенең филиялы
булып ҡала. Әлеге ваҡытта мәктәптә 62 балаға 12 уҡытыусы белем бирә. |
|