Главная | Регистрация | Вход | RSSВоскресенье, 28.04.2024, 20:11

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 51
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

Башкирский

        1930 йылда колхоз төҙөр өсөн Брәтәкә Ҡурғашлы һәм Ташлы ауылдары халҡы күсерелә, 29 йортло ауылға әйләнә. Ошо уҡ йылда (1930 й. ) район мәғариф бүлеге тарафынан балаларҙы уҡытырға уҡытыусы ебәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның фамилияһы билдәһеҙ, исеме Исмәғил була. Үҙе менән әсәһе Өммөгөлсөмде, туғандары Рауза, Фатима Фәнирәләрҙе алып килә. Мәктәп итеп өс бүлмәле өс мөйөшлө йорт файҙаланыла. Ул Пешетков Осиптың йорто була. Ауылдың иң тәүге уҡытыусылары:Ситдикова Зәкиә, Рахманғолова Бибигәйшә,Ситдиков Хәлфетдин, Мәһәҙиева Камила, Ситдиков Әхмәтзата, Федоров Иван, Елесеев Василий. Яңы һәйеттән Сәфиуллин Мансур Мәхмүт улы. Ошо мәктәптә Исмәғил( Ишембай районы егете ) 1934йылға тиклем уҡыта .1934 йылда Сагитов Хаммат уҡытырға килә .Ул 1937 йыл репрессияға эләгә .1937-1938 йылдарҙа Әмирханов Йомағужа ,1938-1939 уҡыу йылында Вилданова Хәмдиниса ,1939-1941 йылдың октяберенә тиклем Сатлалов Шәрифулла уҡыта .Үҙ теләге менән һуғышҡа китә һәм 1943 йылда Ленинград фронтында ятып ҡала .Уның урынына ҡыҙы Сатлалова Шәмсениса уҡытып йөрөй .1941-1942 йылдарҙа Галин Хәжиәхмәт Хажмөхәмәт улы (һуғышта һәләк була ) , 1942-1944 йылдарҙа Рахманов Шәйхрахман Ҡотлорахман улы ,1944-1945 йылдарҙа Әхмәҙуллина Рәбиға Мөхәмәтшәриф ҡыҙы уҡыта .1946-1947 йылдарҙа Ситдикова Сәлимә Ғибәҙи ҡыҙы уҡыта . 1947 йылда йәтим ҡалған балалар өсөн балалар йорто асыла . Йәшәтеү өсөн бина булмау сәбәпле , килгән баларҙы Ғәлләметдинова Гөлбәғиҙәнең йортона урынлаштыралар , үҙе ошонда нянька булып эшкә урынлаша . Йәғәфәрова Ғәйнисафаның йорто аш бешереү өсөн файҙаланыла. 1947 йыл балалар йорто директоры булып Йомағолов Фәсхетдин килә. Шул уҡ йылда биш йыллыҡ мәктәп асыла. Директоры итеп Абдуллин Мансур (Маҡар кешеһе) ебәрелә. Унан һуң Йәғәфәров Ғибәйт, Манапов Хәләф унуан һуң килә. Тәрбиәләнеүселәр Бөрйәндән:Мәжитов Муса, Ишкинин Сәйфетдин, Сибаев Наил, Сибаева Роза, Ҡыпсаҡтан:Урамшин Батыр, Янһары: Сәфиуллин Абдулхай, Бәҙәмшин Йәнгәле, Тимерҙән: Алтыншин Рәхимйән, Әхәт, Аҫҡарҙан: Зәйнәғәбдинов Айытбай, Гималетдинов Шөғәйеп, Әхмәҙуллина Сәлимә,Фатима Исламбайҙан: Ибрагимов Әскәт, Кульчиков Нурулла, Ильясов Баязит, Аккучиков Сәйфетдин, Каримова Маһиямал, Аралбайҙан: Аралбаев Ишморат, Гәлиәкбәрҙән: Йәнгәлинә Раҡыя һәм Рәшиҙә, Әтектән: Сәлихова Сәрүәр була. 1949 йыл балалар йорто бинаһы әҙер булып, ул тулыһынса хеҙмәт кадрҙары менән тулыландыра. Бына уның тәүге тәрбиәселәре:Әмирова Сәмилә- тәрбиәсе, Ишкинина Зәкирә - тәрбиәсе, Харрасова Бикә - тәрбиәсе, Зифаң, фәриҙә тигән Ҡолғона ауылы ҡыҙҙары, Сафин Абдулхан Ямал улы. 1948 –се йылда хеҙмәт буйынса инструктор, - бөтәһе 8 тәрбиәсе килә. Мария Горичева повар була. 1948-се йылда Абдуллин Гайфулла Шәрип улы – уҡытыусы, Абдуллина Маһира – тәрбиәсе булып килә. Икмәк бешереүсе Сәрүәр инәй, ат ҡараусы Фәттәхов Шәйхислам, Ибраһимов Әмир баштан уҡ бухгалтеры була ,Ибраһимова Рабиға - тәрбиәсе була. Ауылдан тәрбиәләнеүселәр : Гәлләметдинов Әғзәм, Гәлләметдинова Мөнирә, Йәрмөхәмәтова Заһира, Гәлләметдинов Батыр була. Аҙыҡты Тарынан үгеҙ менән ташыйҙар, аҙаҡтан атҡа күстеләр . Тәүҙә 70- ләп бала булһа, 1948- се йылдан һуң 100- ҙән ашып китә. Мәктәп 7 йыллыҡ булып иҫәпләнә. Беренсе сығарылыш: 1950- се йылда була. Тәүге сығарылыш: Гәлләметдинова Нәғимә, Атауллина Сара, Шаҡирова Мөниә, Мәжитов Муса, Гәфуров Фәүзи, Ильясов Баязит, Миндиғолова Сәүҙә - 7 уҡыусы. Балалар йорто ябылғанға тиклем Сәғитов Әхәт менән Манапов Хәләф бер- береһен алыштырып мәктәп менән берлектә етәкселек итәләр. 1958- се йылдың декабре аҙағында ут сығып мәктәп яна, янғында фәжиғәле рәүештә 3 бала һәләк була. Был ваҡытта мәктәп директоры Ҡаранаев була. Ауылда тик башланғыс кластар ғына ҡала.Шәрипова Нурия менән Абдуллин Гәйфулла уҡыта. 1964-се йылда колхоз үҙ иҫәбенә мәктәп төҙөй башлай. 1965-се йылда Аҫҡар мәктәбенең филиалы рәүешендә эшләй башлай. Етәксеһе Абдуллин Гайфулла була. 1966-сы йылда мәктәпкә директор булып юғары белемле уҡытыусы Уразаев Сәғит Сәитғәле улы килә. 1968- се йылда тәүге сығарылыш – 10 уҡыусы бөтә. 1990 уҡыу йылында ауылда урта мәктәп булдырыла . Уның дирнкторы 1987 – се йылдан Гәбитова Илүзә Мөхәмәҙи ҡыҙы була. 1992 – се йылда 4 уҡыусы урта мәктәптең сығарылышы: Ниғмәтуллин Д, Фәхрийәнов И, Мәһәҙиева С, Гималетдинов Д.
      2009 -сы йылда районда барған оптимизация һөҙөмтәһендә мәктәп 9 йылыка әйләндерелә. 2010 йылда мәктәп Аҫҡар урта мәктәбенең филиялы булып ҡала. Әлеге ваҡытта мәктәптә 62 балаға 12 уҡытыусы белем бирә.
Полезные сайты
Официальный портал Правительства РБ Республика Башкортостан ОФИЦИАЛЬНЫЙ ИНФОРМАЦИОННЫЙ ПОРТАЛ Министерство образования Республики Башкортостан Федеральный портал Российское Образование on-line справочник высших учебных заведений Российской Федерации
Башкирскийе сайты
  • БСТ
  • БашКлип.ру
  • Школьные песни
  • Радио Юлдаш Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

    Бесплатный конструктор сайтов - uCoz